Нурсолтан Хәсәнов, “Илһам-2021“ конкурсы

Салауат Әбүзәр МИНЕҢ ТЕЛЕМ Таш быуаттан килә минең телем, Мәмерйәлә тыуған тәүге өнө. Һөңгө сыңы ишетелә унда, Һеңеп ҡалған уға ут төтөнө. Яңғыраған ул йыртҡыс аулағанда, Йәйәләрҙән осҡан уҡ булып. Тиртеп сыҡҡан бейә елененән, Сәскәләрҙән тамған һут булып. Ҡылыс булып ҡындан һурылған ул Яу килгәндә тыуған еремә. Түгелгән ул ҡурай моңо булып, Күтәрелеп Урал үренә. Үртәгәндәр уны һәм аҫҡандар... Меңәрләгән ауыл көлөнән Ул терелеп ҡабат атылып сыҡҡан Бишектәге сабый теленән. Ата-бабаларҙың аманаты, Тере рухы – башҡорт теле ул. Халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы, Милләтемдең изге түле ул!