ЭЙ, КҮКТӘРЕМ, ЯУ, ЯУ ЯМҒЫР! Нәсимә Ғайсина

ЯМҒЫР ЯУҘЫРЫУ ТЕЛӘГЕ ЭЙ, КҮКТӘРЕМ, ЯУ, ЯУ ЯМҒЫР! Эй, күктәрем, яу ямғырың, Яуҙыр ямғыр ҡырҙарға! Яуып торһа ямғырҙарың Дәртле яңғ(ы)рар моңдар ҙа. Алҡын ағыр йылғаларым, Йәшәртеп ерҙең өҫтөн. Тамыр йәйер ағастарым, Тамсыңдың алып көсөн. Яу, яу, ямғыр, яу гөжләтеп, Моңаймаһын ер ҡороп! Йәшел үлән, япраҡ ашап Көрәйһендәр мал туйып. Яуҙыр, күгем, ямғырҙарың, Ерем һыуға тилмерә! Ас һулышын ер-һыуымдың, Йотсолоҡҡа килтермә! Яуһаң ямғыр һәүкәшемдең Елене һөткә тулыр, Май - ҡаймаҡҡа, һөт, ҡатыҡҡа Өҫтәлем тулы булыр. Бейәләрем ҡолонлаһа Буш ултырмаҫ көбөм дә. Бейә һауып, ҡымыҙ бешеп, Дәртле үтер көнөм дә. Сәскә-гөллө болондарҙан Ҡорттарым йыйһын балын, Татлы һуттан һәр кемдең дә Йән -тәне алһын ялын. Өйөрөлгән болоттарҙы Эй, елдәрем, ҡыумағыҙ! Ҡорһаҡһыған мөҙҙәтендә Яуҙырмайса ҡуймағыҙ! Яу ямғырың, яу, яу, күгем, Баҫыуҙа иген уңһын! Хөр тормошта йәшәр өсөн, Икмәккә илем туйһын, Эй, күктәрем, яу ямғырың, Икмәккә илем туйһын! й Нәсимә Ғайсина