Нәсимә Ғайсина Әсәй икмәк бешерә, Әсә йөрәге - 2018

Нәсимә Ғайсина Әбйәлил районы Таҡһыр ауылында ғүмер кисерә. 40 йыл мәктәптә балаларға белем биргәндән һуң, әлеге көндә хаҡлы ялда. Тап хаҡлы ялға сыҡҡас күңел түрендә йөрөткән хыялын тормошҡа ашырырға ҡарар итә лә инде абруйлы уҡытыусы. “Балаларға ла, өлкәндәр өсөн дә яҙам. Шиғырҙарыма көйҙәр ҙә һалам. Йыр-моңға ғашиҡмын, шуға ла йырламай торған көнөм юҡтыр минең, – тип күңел тойғолары менән уртаҡлаша Нәсимә Мағаҙ ҡыҙы. – Ижад – минең өсөн рухи аҙыҡ. Һәр атҡан таңымды ла, оҙатҡан көнөмдө лә ижади хистәремә бәйләйем. Ул миңә йәшәргә көс, ынтылыш бирә, күңелемә ҡанат ҡуя...” Әсәй икмәк бешерә Килешле лә итеп йөҙҙәреңә, Аҡ биҙәктән яулыҡ бәйләнең. Алъяпҡысың быуып билдәреңә, Ниндәй оло эшең көйләнең? Бер һалмаҡҡа һалып иләгеңде, Тирбәлдереп наҙлы ҡулдарың, Он иләйһең, әсәй, ашъяулыҡҡа Сафлыҡ мансып күңел ҡылдарың. Икмәк бешерәһең таңдан тороп, Баһалары һыймай үлсәүгә. Ҡулдарыңдан алып ауыҙ итәм, Рәхмәттәрем әйтеп әсәйгә. Әсәм ҡулдарынан бешкән икмәк, Ҡәҙерлерәк барса ризыҡтан. Көс-ҡеүәтен алып кеше булдым, Әсәм