Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов Әсәкәйем, Әсә йөрәге - 2018

Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов Әбйәлил районы Аһылай ауылынан. Элегерәк киң аудиторияға ижадын бик сығарып бармаһа ла , халыҡҡа байтаҡ популяр йырҙарҙың текстары авторы булараҡ билдәле ине. Ә күптән түгел уның “Бик көттөрҙөң, яҙым...” тигән тәүге йыйынтығы донъя күрҙе. Уның ерле һөйләштә яҙылған һутлы ижады менән шулай уҡ “Бәйләнештә” сайтындағы битләүенә инеп тә таныша алаһығыҙ. Әсәкәйем! Әсәкәйем! Ниңә ҡәҙереңде Тере саҡтарыңда белмәнем? Мине генә өҙөлөп көтөүеңде Күҙҙәреңдә ниңә күрмәнем? Һинең алда ғәйеплемен, Әсәй, Нишләргә лә хәҙер белмәйем. Юҡһыныуым, һағыш, хәсрәтемде Йырҙарыма ҡушып һөйләйем. Кисер мине, зинһар, Әсәкәйем! Кәрәк түгел байлыҡ-зиннәт тә. Ауыр тупраҡтарың еңел булһын, Йәнкәйҙәрең булһын йәннәттә...