ҺОРАУ-ЯУАП: “Һү! Һү!“ зикере дөрөҫмө?

ҺОРАУ: “Ендәрҙән дөрөҫ хәҙистәрҙән алынған зикерҙәр ярҙамында һаҡланығыҙ, тинегеҙ. Хәҙистәрҙе белеп бөтмәйем. Шуға һорайым. Бер “ху-ху“ тигән зикер өйрәткәйнеләр. Күҙҙе йомор кәрәк. Баш сайҡайһың. Башты сайҡамаһаң булмаймы икән? Ул һүҙҙәр нимәне аңлата? Яңылыш та яҙғанмындыр, бәлки, хәрефтәрен. Видеонан ишеткәнсә яҙҙым“. Һорауға Ишморат хәҙрәт Хәйбуллаһ яуап бирә.