РИФ МИФТАХОВТЫҢ ХӘТЕР КИСӘҺЕ ҮТКӘРЕЛДЕ

Ошо көндәрҙә Кинйәбулат ауылында яҡташыбыҙ, шағир, прозаик, сатирик Риф Мифтаховтың шиғри ижадына арналған хәтер кисәһе уҙҙы. Шағирҙың яҡташтары - Кинйәбулат мәктәбе коллективы китапхана хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр менән берлектә матур сара ойошторҙо. Кисәлә баш ҡаланан мәртәбе ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты.