АНТЫҒЫҘҒА ТОҒРО БУЛЫҒЫҘ!

Волга буйы округының Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы Волга буйы федераль округында иң яҡшыһы тип танылды. Ошо көндәрҙә кадеттар ант бирҙе. Сара барышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.