“ГЕОСАҠЫРЫУ“ БЕРЕНСЕ ХАЛЫҠ-АРА ЧЕМПИОНАТЫ УҘҘЫ

Быйыл Башҡортостанда тәүге тапҡыр “ГеоСаҡырыу” Беренсе Халыҡ-ара чемпионаты уҙҙы. 16-22 сентябрҙә “Патриот” хәрби паркында Рәсәй төбәктәренән 20, Каҙағстандан 1 команда палеонтология, геохимия, гидрология, минералогия, петрография буйынса һынау тотто, проекттарын яҡланы. Сараның бишенсе көнөндә чемпионатта ҡатнашыусылар Ишембай районына экскурсияға килде.Улар район халҡының ҡунаҡсыллығы менән танышты. Тулыраҡ Милә Мәзитова сюжетында.