Ирмлг артыланда

Тау түбәнендә көн торошо хатта матур ине. Ә бына Ирәмәлдең итәгенә етеп, төп артылыу урынына еткәс... Ел осороп ҡына алып бара ине. Хатта бер нисә тапҡыр, әллә буш менән буламмы, кире боролоп төшөргә лә китергә, тигән уй ҙа килмәне түгел. Шулай ҙа бөтә көстө һалып, алға ынтылабыҙ һәм бына ул, әкиәт донъяһы, бына ул изге тауыбыҙҙың түбәһе. Бында инде ел бигерәк ҡотора. Хатта видеола нимә һөйләгәнде лә ишетерлек түгел.