Ауылым “ АҪЫРАУЫ“ З. ЯРМУХАМЕТОВА Х. ДИЛЬМУХАМЕТОВ

Яҙҙар килһә-ҡайтҡан ҡоштар Оялай ҡуйыныңда, Һайрауҙары йырға оҡшай Йәмле Нөгөш буйында. Пр-в. Ҡыҙыл тауҙарға һыйынған Ауылым Аҫырауы, Күңеленә наҙ өҫтәйҙер Яҙғы ел шыбырлауы. Йәйҙәреңдең йәшел шәлен Яратам ябыныуың, Йөрәгемдең һиндә баҫам Өҙөлөп һағыныуын Ҡыҙыл тауҙарға һыйынған, Ауылым Аҫырауы, Моңландыралыр ямғырҙың Шып-шым ғына илауы. Һағыштар һала күңелгә Көҙҙөң һары төҫтәре, Һине лә уйландырамы Иртә төшкән кистәре. Ҡыҙыл тауҙарға һыйынған Ауылым аҫырауы, Ҡыштарға һине етәкләй Һалҡын көҙҙөң ҡырауы.