Беҙ килгәнбеҙ С.Әлибаев Х.Дильмухаметов

Беҙ килгәнбеҙ С.Әлибаев Х.Дильмухаметов Беҙ тыуғас та , изге теләктәрен Аҡ биләүҙәр иткән әсәбеҙ ; Онотолдо шуға хәсрәттәре , Шатлыҡ шишмәләре эсәбеҙ Ҡ-та. Был яҙмыштың бәхеттәрен эҙләп , Юлдарыңда яҙһын уңырға ; Килгәнбеҙ бит беҙ ҙә донъяларға Бер саҡ атай-әсәй булырға. Беҙгә һеңде әсәй ғәҙәттәре , Атай кәңәштәре килеште , Булһаҡ икән беҙ ҙә атай һымаҡ Бик аҙ һүҙле ,оло ,күп эшле ! Ҡ-та . Донъя йәмле атай-әсәй менән , Көндәр елә , оса йондоҙҙар , Офоҡтарҙы беҙҙең үтеп китһен , Теҙелешеп ҡалһын ул-ҡыҙҙар !