Миләүшә Ғәйфуллина Тәмле сәй, Әсә йөрәге - 2018

Миләүшә Ғәйфуллина Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылында тыуып үҫә. БДУ-ны тамамлағас мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Ике ҡыҙы, ике ейәне, ике ейәнсәре үҫеп килә. Аллаһы Тәғәлә уға бик йомарт була, һәр яҡлап та һәләтте йәлләмәй бирә. Матур итеп йырлай, бейей, һүрәт төшөрә ул. Шиғыр-хикәйәләре матбуғат биттәрендә сағылып бара. «Ни генә тимәһендәр, ғаилә үҙәге – ҡатын-ҡыҙҙа!” – ти ул һәм бар йөрәк йылыһын ейән-ейәсәрҙәренә арнай. * * * Өйгә ҡайтһам әсәй өҙгөләнеп, Йүгерә-йүгерә өҫтәл әҙерләй. Тәмлекәстәренең һәр береһен Теҙеп ҡуйып, мине ҡәҙерләй. Ҡара күлдең һыуы ифрат тәмле, Әсәй ҡулдарынан яһалғас. Яҙ еҫтәре, бал тәмдәре илтә Күпереп бешкән тәмле ҙур ҡалас. Һөйләшәбеҙ, һүҙҙең сиктәре юҡ, Яңылыҡтар байтаҡ йыйылған. Һәр кемгә лә һөйләнелмәй торған Серҙәр күңелдәргә уйылған. Инде хәҙер үҙем күптән әсәй, Ә һин ҡыҙҙарыма өләсәй. Йүгерә-йүгерә һине ҡунаҡ итәм, Өҫтәлемдә һәр саҡ ҡайнар сәй.