ИШЕМБАЙҘАР АҪЫЛ УЛЫН ҺУҢҒЫ ЮЛҒА ОҘАТТЫ

Ишембай районы талантлы яҡташын, билдәле журналист, ”Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы филиалы директоры урынбаҫары, республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Уйылдан Ғәлинды һуңғы юлға оҙатты. Уйылдан Нурғәли улы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында тыуып үҫкән. Киң мәғлүмәт сараларында - тәүҙә радиотапшырыуҙар системаһында, һуңынан телевидениела хеҙмәт итә. Үҙ карьераһында ул меңләгән репортаж, сюжет, интервью һәм тура эфир әҙерләй.Уйылдан Ғәлин үҙе артынан яҡты эҙ ҡалдырҙы. “Телеүҙәк”, “Йәнле ауыл”, “Махсус репортаж”, “Алтын көҙ”, “Арыҫлан” ирҙәр клубы, “Власть менән һөйләшеү” ТВ-проекттарының ойоштороусыһы, авторҙашы һәм алып барыусыһы булды. Яҡташыбыҙ Ишембай телевидениеһына ла күп ярҙам итте. Ҡала һәм районыбыҙҙың эшһөйәр кешеләре тураһындағы сюжеттарҙы бөтә республикаға күрһәтте. “Башҡортостан 24“ каналында аҙна һайын Ишембай хәбәрҙәрен эфирға сығарҙы. Уйылдан Ғәлиндың ике ҡыҙы ҡалды. Беҙ мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.