ТОРМОШ. Село Лагерево Салаватский район

Иҫ киткес урынды төйәк иткән Лағыр : ҡуйы урмандар, күҙ күреме етмәҫ яландар, ҡояшҡа сағылған тауҙар, тулы һыулы тыныс йылғалар, саф шишмәләр... Әйтерһең дә әкиәт донъяһы... Төбәктең халҡы ла ғорур, юҡ-барға сәбәләнмәй, тырышып эшләй,үткәндең һәм бөгөнгөһөнөң ҡәҙерен белә. Бында йәшәүселәрҙе рухи берлек, тыуған ергә тоғролоҡ, ғәм ҡеүәһе берләштерә.Бөгөн “Тормош” тапшырыуы Салауат районы Лағыр ауылында. #тормош #бст #башкортостан